«Интеграл» төҙөлөш ойошмаһы банкрот тип табылғас зыян күреүсе Вера Старцева улы менән фатирҙан фатирға күсеп йөрөргә мәжбүр. Торлаҡ ҡуртымы өсөн ике эштә эшләүсе ҡатын бурысҡа сумған. Суд ҡарары буйынса ул зыян күреүсе тип табылған, әммә мәсьәлә 2012 йылдан алып хәл ителмәй. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Тихорецкая урамындағы баракта йәшәүсе Вера Старцеваға авария хәлендәге иҫке йорт һүтелә һәм уның урынына яңы фатир бүленәсәк тип хәбәр ителгән. «Интеграл» төҙөлөш компанияһы етәкселеге Затон биҫтәһендәге Әхмәтов урамында төҙөлә башлаған йорт асҡыстары бер йылдан тапшырыласаҡ тип вәғәҙәләгән, әммә бер нисә йыл үткәс ойошма банкрот тип табыла. Вера Старцева улы менән 2012 йылдан алып ҡуртымға алынған фатирҙарҙа йәшәргә мәжбүр.
Тихорецкая урамындағы барак авария хәлендә булһа ла, ғаилә торлаҡлы булған, аҡса түләп өйҙән өйгә күсеп ыҙаламағандар. Һүтелгән иҫке йорт майҙаны бөгөн танымаҫлыҡ хәлдә – барак урынында бейек йорт ҡалҡып сыҡҡан.
Зыян күреүсе Вера Старцева тыуғандан алып 45 йәшенә тиклем Тихорецкая урамындағы йортта йәшәгән. 2012 йылда иҫке торлаҡты һүтеп уның урынына күп ҡатлы заманса йорт һалынған, әммә төҙөлөш компанияһы вәғәҙәләренә ышанып яңы фатир көткән ҡатын балалары менән урамда тороп ҡалған.
Суд ҡарары буйынса «Интеграл» компанияһы зыян күреүсегә фатир асҡыстарын тапшырырға бурыслы. Әммә Әхмәтов урамында төҙөлә башланған объектта бер нисә йыл элек тынлыҡ урынлашҡан. 8 йыл элек файҙаланыуға тапшырылырға тейеш торлаҡ ташландыҡ хәлдә ҡалған.
Төҙөлөш өсөн яуаплы ойошма етәкселегенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, әммә фатирһыҙ тороп ҡалған ҡатынға кем фатир асҡыстарын ҡайтарасаҡ тигән һорау әлегә асыҡ ҡала.
Флорида Ким




