Башҡортостан аграрийҙары шәкәр сөгөлдөрө сығара башланы

Ҡоролоҡ йылы булыуға ҡарамаҫтан, республикала татлы тамыр уңышы гектарынан уртаса 224 центнер тәшкил итә. Ҡырмыҫҡалы районы хужалығында шәкәр сөгөлдөрө уңышын йыйыу хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Шәкәр сөгөлдөрө республиканың 16 районында үҫтерелә. Уҙған аҙнала Башҡортостан аграрийҙары татлы тамыр сығарыуға тотондо. Йәй айҙары ҡоро килеүгә бәйле, быйылғы гектар ҡеүәте былтырғынан 50 центнерға кәмерәк.

Татлы тамыр республика шәкәр заводтарына эшкәртеүгә оҙатыла. Быйыл Башҡортостан аграрийҙары миллион тоннанан ашыу уңыш йыйып алырға иҫәп тота.

Быйыл был баҫыуҙан гектарынан 350 центнер шәкәр сөгөлдөрө уңышы алынған. Шәкәр сөгөлдөрөнөң шәкәрлеге 23 процент тәшкил итә. Элек шәкәр сөгөлдөрөн ҡул көсө ярҙамында эшкәртһәләр, хәҙер был эштәр тулыһынса механизацияланған.

Татлы тамырҙы ҡаҙыуҙа һәм тейәүҙә башлыса ҡеүәтле сит ил техникаһы ҡулланыла. Германиянана ҡайтарылған заманса техника әлегә һынатҡаны юҡ, ти, механизаторҙар.

Үҙәк машина-трактор станцияһының Ҡырмыҫҡалы филиалында бөтәһе 1250 гектар майҙанда шәкәр сөгөлдөрө үҫтерелә. Ҡоро һауа шарттарында быйылғы уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алырға ниәтләйҙәр.

Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, бөгөнгә республика баҫыуҙарында 109 мең тонна татлы тамыр ҡаҙып алынған. Сөгөлдөр баҫыуҙары 36 мең гектарҙан ашыу майҙанды биләй. Әле 5 мең гектар ерҙә эштәр тамамланған.

Фото №1 - Башҡортостан аграрийҙары шәкәр сөгөлдөрө сығара башланы

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ