Башҡортостан ғалимдары генетик тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн 90 миллион һум күләмендә федераль грант отҡан.
Башҡорт дәүләт университеты Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге менән берлектә омикс- технологиялар булдырыу өҫтөндә эшләйәсәк. Ул Евразия Милли мәғариф үҙәге проекттарына инә.
Өфөлә биомәғлүмәт анализдар үҙәге асыу күҙаллана. Ғалимдар төбәктәге күп быуатлыҡ этник үҙенсәлектәрҙең, тирә-яҡ мөхиттең гендарға, нәҫел ауырыуҙарына тәьҫирен өйрәнәсәк. Был тикшеренеүҙәр сирҙәрҙең килеп сығыу сәбәптәрен асыҡлау һәм яңы препараттар булдырыуҙа ярҙам итәсәк.
Биохимия, генетика һәм биотехнологияларҙың заманса проблемалары Өфөлә өсөнсө Бөтә Рәсәй ғилми кәңәшмәһендә ҡарала. Форумға сит ил вәкилдәре лә саҡырылған.
Рәмилә Исмәғилева




