Стәрлетамаҡтан Тажетдиновтар ғаиләһенә ярҙам кәрәк

Игеҙәктәр Булат менән Морат балалар церебраль фалижынан яфалана. Силәбеләге медицина үҙәгендә аяҡҡа баҫырға өмөт бирәләр. Ләкин реабилитация үтеү өсөн ҙур сығымдар талап ителә. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Ҡыҙғылт һары динозавр Мораттың яратҡан уйынсығы. Сабый уны алырға тип бар көсө менән боролорға тырыша. Күнекмәләр ваҡытында ла уйынсыҡты ҡулдан төшөрмәй. Махсус ҡоролма ярҙамында церебраль фалиждан яфаланған малай тура торорға, арҡаһын тоторға өйрәнә.

Был ваҡытта Мораттың игеҙәге Булат та күнекмәләр яһау менән мәшғүл. Ғаилә башлығы ябай өс тәгәрмәсле велосипедтың педалдәрен үҙгәртеп эшләй. Сабыйҙың аяғын беркетеп ҡуйғас, ул үҙаллы йөрөргә маташа. Булат менән Морат ваҡытынан алда тыуалар. Уларҙың әсәһе әйтеүенсә, ауырлы саҡта сиргә килтерерлек бер ниндәй билдәләр булмай, аҙаҡ та барыһы ла яҡшы була. Ләкин алты ай тулғас кескәйҙәрҙең хәле ҡатмарлаша, әүҙемлектәре түбәнәйә.

Прививка яһатҡандан һуң өс ай дауамында Тәжетдиновтар ғаиләһе дауахана тупһаһын тапай. Төрлө табиптарға күренергә, анализдар тапшырырға тура килә. Урындағы невролог сабыйҙарға Балалар церебраль фалижы диагнозын ҡуя. Өфөлә тикшеренеүҙәр үткәс, икеһендә лә ҡурҡыныс диагноз раҫлана, бынан тыш Моратта эпилепсия сире асыҡлана.

Әле Булат менән Моратҡа 2 йәш тә 8 ай. Улар үҙаллы ултыра алмай, һөйләшмәй ҙә. Ике тамсы һыу кеүек бер-береһенә оҡшаған малайҙарҙы ата-әсәһе холоҡтары буйынса айыра. Морат тынысыраҡ һәм күбеһенсә уйынсыҡтар менән уйнарға ярата. Ә Булат ағаһынан айырмалы рәүштә теремек. Уйынсыҡ инструменттары менән ишек, тартмаларҙы «йүнәтә».

Хәрәкәт итеү, махсус күнекмә һәм массаж эшләү үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Һөйләшә һәм йөрөй башлау өсөн Булат менән Моратҡа Силәбеләге медицина үҙәгендә реабилитация үтеү кәрәк. Ҡытай белгестәрендә дуаланыуға Булатҡа 150, ә Моратҡа 181 мең һумдан ашыу аҡса талап ителә. Тажетдиновтарға был сумманы йыйырға «Изгелек йәйғоро» хәйриә фонды ярҙам итә.

Булат менән Мораттың яҙмышына битараф булмаған һәр кем хәйриә фондына беркетелгән Һаҡлыҡ банкы иҫәбенә аҡса ебәрә ала. Әлеге ваҡытта Тажетдиновтар ғаиләһе өсөн һәр һумы ҡәҙерле. Мәрхәмәтле булайыҡ!

Фото №1 - Стәрлетамаҡтан Тажетдиновтар ғаиләһенә ярҙам кәрәк

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ