Саҡмағош районы үҙәгендә «Хоккей даны» музейы асылды

Проект Ул РСФСР-ҙың халыҡ мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған тренеры Фидрат Ғимаевтың 80 йәшлек юбилейы сиктәрендә тормошҡа ашырылған. Музейҙа төбәктең хоккей спортына бәйле бик күп иҫтәлекле материалдар тупланған. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Ҡыҙыл таҫманы спорт ветераны үҙе киҫте. Фидрат Ғимаев менән уның уҡыусылары ярҙамында тормошҡа ашырылған «Хоккей даны» музейында Саҡмағош хоккейсыларының 50 йыл дауамында район, республика, ил кимәлендә яулаған ҡаҙаныштары тураһында бай мәғлүмәт тупланған. Ваҡытлы матбуғат битендәге тиҫтәләрсә мәҡәләләр төбәктең хоккей спорты тарихын күҙ алдына баҫтыра.

«Хоккей даны» музейы Фидрат Ғимаевтың 80 йәшлек юбилейы уңайынан булдырылды. Замандашыбыҙ ярты быуаттан ашыу хеҙмәт стажы дәүерендә 496 хоккейсы тәрбиәләүгә өлгәшкән.

Арҙаҡлы тренерҙыңи 80 йәше район мәҙәниәт йортонда тантаналы шарттарҙа билдәләнде. Сараға төбәктең абруйлы шәхесенең уҡыусылары, дуҫтары һәм яҡындары килде. Байрам кисәһендә талантлы кеше һәр нәмәлә талантлы тигән фекерҙе иҫбатлап, юбиляр гармун төймәләренә лә баҫты.

Фото №1 - Саҡмағош районы үҙәгендә «Хоккей даны» музейы асылды

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ