Башҡортостан Хөкүмәте Пермдә уҡыған студенттарға өйҙәренә ҡайтырға ярҙам иткән

Фажиғәнән һуң Әбйәлил, Бөрө һәм Ҡыйғы районы ҡыҙҙары ярҙам һорап республика менән идара итеү үҙәгенә мөржәғәт иткән булған. Улар бер ҡат кейем менән урамда тороуы, билет һатып алыу өсөн паспорттарының ятаҡта ҡалыуы тураһында яҙған.

Хөкүмәт ярҙамы менән бөгөн ике студент тыуған ауылдарына ҡайтып еткән, тағы ла бер ҡыҙ иртәгә юлға сыға. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Пермдә матәм көнө тип иғлан ителде.

Фото №1 - Башҡортостан Хөкүмәте Пермдә уҡыған студенттарға өйҙәренә ҡайтырға ярҙам иткән
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ