Башҡортостанда коронавирус менән ауырыусылар һаны артыуға бәйле дауаханаларҙа урындар өҫтәлә. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, бөгөнгә 4 мең 795 урын бар. Улар 90 процентҡа тулы.
Коронавирустан вакциналау кимәле түбән булған ҡалаларҙа ауырыусылар артыуы күҙәтелә. Стәрлетамаҡ, Күмертау, Мәләүез, Октябрьский, Бәләбәй һәм Туймазыла коронавирус сирлеләр күп.




