Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 12 районда 5-се, 6-сы, 7-се, 8-се һәм 10-сы класс балалары өйҙә белем ала башлай. Бындай тәртип ике аҙнаға индерелә һәм ул Әбйәлил, Балтас, Бәләбәй, Белорет, Бишбүләк, Бүздәк, Бөрйән, Ғафури, Шишмә, Мишкә, Стәрлебаш һәм Яңауыл райондарына ҡағыла.




