Был турала бөгөн Өфөлә уҙған брифингта Мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина белдерҙе. Киләһе аҙнанан театр-концерт ойошмаларына инеү өсөн коронавирустан вакцина сертификаты, һуңғы 6 ай эсендә КОВИД-19 менән ауырығанлыҡ хаҡында медицина ҡағыҙы һәм вакцинацияға ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ тураһында белешмә талап ителә.
Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры 102-се миҙгелен аса. Коллективтың 80 проценты коронавирустан вакцина эшләткән, ти театр директоры Иршат Фәйзуллин.
“Нур” татар театры быйыл 30 йыллығын билдәләй. Коллектив яңы миҙгелен 24 сентябрҙә “Фатима” спектакле менән аса. Хәүефһеҙлек саралары буйынса етди эш алып барылды, был йүнәлештә ныҡлы әҙерлектә юбилей миҙгелгә аяҡ баҫабыҙ, ти театр директоры Фирҙәт Ғәбиҙуллин.
Хәүефһеҙлек саралары буйынса үҙгәрештәр 27 сентябрҙән ғәмәлгә инә. Сикләүҙәр балаларға ҡағылмаясаҡ.







