Артистар бер нисә спектакль ҡуйып өлгөргән. Ырымбурҙа йәшәгән милләттәштәребеҙ туған телдәге тамашаларға һыуһауы, Башҡортостан артистары менән осрашыуҙың үтә иҫтәлекле булыуы тураһында белдерә.
Гастролдәр аҙна аҙағына тиклем дауам итә. Баш режиссер Лиана Ниғмәтуллина:
Быйыл Салауат драма театры 89-сы ижад миҙгелен ҡаршылай. Артистар 6 октябрҙә баш ҡалабыҙ Өфөлә сығыш яһай.




