Республика Халыҡ-ара Аксаков байрамына әҙерләнә

Сара танылған рус яҙыусыһы, яҡташыбыҙ Сергей Аксаковтың тыуған көнөнә бағышлана. Ул быйыл 31-се тапҡыр ойошторола. Башҡорт дәүләт университетында “Славян этностары, телдәре һәм мәҙәниәте” темаһына арналған ғилми конференция үтә. 24 сентябрҙә Башҡортостандың бөтә мәктәптәрендә Аксаков дәресе ойошторола. Сергей Аксаковтың йорт-музейында күргәҙмә асыла. Аксаков исемендәге баҡсала шулай уҡ байрам була. Өфө ҡала советында студенттарға Аксаков премиялары тапшырыла. Халыҡ-ара Аксаков көндәре Бәләбәй районы Надеждино ауылында, Өфө районы Зубов һәм Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Ҡыйышҡы ауылдарында уҙа.

Фото №1 - Республика Халыҡ-ара Аксаков байрамына әҙерләнә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ