Туған телгә һөйөү менән: БДУ-ла яңы ғилми йыйынтыҡ донъя күрҙе

Башҡорт дәүләт университетында республиканың төньяҡ-көнбайыш райондары диалектына бағышланған йыйынтыҡтың исем туйы үтте. 

Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында донъя күргән китапта эҙләнеү эштәре барышында тупланған мәғлүмәт индерелде. Тарихи әҙәбиәтте, ҡобайырҙарҙы, риүәйәттәрҙе, фольклор текстарҙы, иртәктәрҙе төплө өйрәнгән йыйынтыҡ 19 район вәкиленә бүләк ителде.

Фото №1 - Туған телгә һөйөү менән: БДУ-ла яңы ғилми йыйынтыҡ донъя күрҙе
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ