Республикала янғын иҫкәртеү приборы кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарып ҡалған. Был турала беҙгә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдерҙе. Ваҡиға Иглин районында була.
Быйыл республикала 8 меңдән ашыу янғын булған. Утта 175 кешенең, шул иҫәптән 12 баланың ғүмере ҡыйылған. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратырға кәрәк. Бәйләнеш телефоны: 112.







