Башҡортостан кардиологтары йөрәккә һирәк операция эшләп, кеше ғүмерен ҡотҡарған

Республика кардиология үҙәгендә ундай операциялар йылына кәмендә өс тапҡыр эшләнә. Ғәҙәти операциялар яһауҙа иһә заманса алымдар өйрәнелә. Мәскәү кардиохирургтары менән хеҙмәттәшлек алып барыла. Был көндәрҙә төп иғтибар йөрәк тибеше проблемаларына.

Йөрәк ауырыуы үҙен ике ай элек белгерткән. Тап шул ваҡыт дауамында Санир Хәйруллин ауыр һыҙланыуҙарға түҙеп йәшәгән. Уның ғүмерен республика кардиология үҙәге хирургтары ҡотҡарып ҡалған. Бер аҙнаэлек яһалған ҡатмарлы операциянан һуң пациент үҙен яҡшы тоя. Ниһәйәт, ауыртыныуҙар баҫылды ти ул.

Аорта тамыры ҡатлауланыуына операция ашығыс рәүештә яһала. Сөнки патологияны ваҡытында дауаламағанда ул үлемгә килтереүе мөмкин. Һирәк әмәлиәттең үҙенсәлеге шунда – операция ваҡытында мейе, бөйөр һәм башҡа органдарҙың эшмәкәрлеген һаҡлап ҡалыу. Был иһә яһалма ҡан әйләнеше булдырыу һәм тән температураһын төшөрөү ярҙамында эшләнә.

Тән температураһы 28 градусҡа тиклем төшөрөлә. Аневризма ҡатлауланыуына операция был өлкәлә иң ҡатмарлыһы һәм ауыры. Техник яҡтан да, ваҡыт буйынса ла. Беҙҙең өсөн иң мөһиме – ағзалағы тайпылыштан ҡотҡарғандан һуң пациенттың ғүмерен оҙонайтыу.

Рәмил Ишбулдин, Республика кардиология үҙәгенең ҡан тамырҙары хирургияһы бүлеге мөдире

Башҡортостан хирургтары башҡа төбәктәр менән тәжрибә уртаҡлашып эшләй. Мәҫәлән, был аҙнала үҙәктә Мәскәүҙән килгән кардиохирург менән семинарҙар үтә. Илдең баш ҡалаһынан килгән табип йөрәк тибеше боҙолоу йүнәлешендә килеп тыуған сирҙәрҙе дауалауҙа яңы алымдар тураһында һөйләй. Был өлкәлә элек уйлап табылған технологияларҙы яңыртып ҡулланыу һөҙөмтәләре ҡарала.

Йөрәк ритмдары боҙолоуы буйынса операция яһау алымдары сит ил хирургтары тарафынан уҙған быуаттың 90-сы йылдарында уҡ уйлап табылған, әммә беҙҙә ҡулланылмаған. Беҙ уларҙы яңы технологиялар менән бергә файҙаланабыҙ. )

Олег Сапельников, А. Мясников исемендәге милли медицина тикшеренеүҙәре кардиология үҙәге табибы

Сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн кардиология үҙәгендә белгестәр һәм заманса ҡорамалдар етерлек, ти етәкселек. Тик бына, беренсел медицинала был йәһәттән маҡтанырлыҡ түгел. Күп осраҡта шуға йыш ҡына хирургтарға дөрөҫ ҡуйылмаған, ваҡытында асыҡланмаған сирҙәрҙән ҡотҡарыу өсөн операцияларҙы ашығыс үткәрергә лә тура килә.

Фото №1 - Башҡортостан кардиологтары йөрәккә һирәк операция эшләп, кеше ғүмерен ҡотҡарған
Башбат

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ