Республика социаль үҙәк хеҙмәткәрҙәре йәшәр урындары булмаусыларға ярҙамға килә

Бөгөн учреждениеға ваҡытлыса дүрт тиҫтәнән ашыу кеше урынлаштырылған. Берәҙәк тормош алып барыусылар бигерәк тә ҡышҡы осорҙа ярҙамға мохтаж. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Палаталаш күршеләре ял иткәндә, Валерий Новиков бирелеп китеп китап уҡый. Әммә уның бындай мөмкинлектән мәхрүм ҡалыуы ла ихтимал булған. Берәҙәклек иткән ваҡытында туҡмалған ир тома һуҡыр ҡала яҙған. Бәхеткә, ул ваҡытында республика социаль үҙәгенә эләгә.

Үҙәк хеҙмәткәрҙәре ярҙамы менән быйыл ике күҙемә лә операция үткәрҙем. Әле ошо учреждениеға эшкә ялландым. Адаптация үткәс, икенсе урынға эшкә төшөргә лә уйлайым.

Валерий Новиков

Күреү һәләте ҡайтарылған Валерий Новиков хәҙер үҙе үҙәк мәнфәғәттәрен күҙәтә. Урам йыйыштырыша, палаталарҙың береһендә ятҡан инвалид ирҙеҡарарға ярҙамлаша. Учреждениеға килеүселәр бында был дауамында бушлай йәшәй ала. Уларға барлыҡ социаль хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә.

Ҡатын-ҡыҙҙар палатаһында яңғыҙ ултырған Зәлиә Яхина ла социаль үҙәккә рәхәт тормоштан һыйынмаған. Нуриман районында тыуып-үҫкән ҡатын 20 йыл йыл самаһы Яр Саллы ҡалаһының Камаз заводында эшләй. Һуңынан тормош иптәше менән бергә Иглин районында төпләнә. Әммә...

Әлеге ваҡытта үҙәктә ваҡытлыса 43 кеше йәшәй. Күптәре көндөҙ эшләп, кисен ҡунырға ҡайта. Яҡлауға мохтаждарға юридик һәм психологик ярҙам күрһәтелә. Йәшәр урыны булмағандар араһында холоҡ төҙәтеү колонияһынан сығыусылар, риэлтор тоҙағына эләгеп бер нимәһеҙ урамда тороп ҡалыусылар йә бөтөнләй туғандарынан ситләтелеүселәр бар. Социаль үҙәк хеҙмәткәрҙәре ирекмәндәр менән бергә ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға ярҙам итеү өсөн йыш ҡына рейдҡа сыға.

Республика социаль үҙәге етәкселеге мохтаждарға ярҙам итергә теләүселәрҙе Өфөнөң Колгуев урамы, 29-сы йорт адресы буйынса мөрәжәғәт итеүҙәрен һорай.

Фото №1 - Республика социаль үҙәк хеҙмәткәрҙәре йәшәр урындары булмаусыларға ярҙамға килә

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ