#Бегупомогу хәйриә акцияһында ғәрип балаларға ярҙам итеү өсөн бер миллион һум аҡса йыйылған

#Бегупомогу хәйриә акцияһы сиктәрендә мөмкинлектәре сикләнгән балаларға 1 миллион һумдан ашыу аҡса йыйылған.

«Ҡаршылыҡтарҙы еңеп»,»Мәрхәмәт», «Үҙенсәлекле балалар»,»Өфө хосписы» хәйриә фондтары тыумыштан ауыр сиргә дусар булған сабыйҙарға реабилитация үтергә ярҙам итә.

Өфө марафонын ойоштороусы Владислав Литвинчук, ҡаланың билдәле меценаттары ярҙамға һәм дауалауға мохтаж булған балаларҙың ата-әсәләре ҡатнашлығында үткән сарала үҙенсәлекле балаларға сертификаттар тапшырҙы. Был сертификаттар уларға бушлай дауаланыу һәм өҫтәмә белем алыу мөмкинлеге бирә.

Сертификатҡа эйә булыусылар араһында ике йәшлек Ислам Ғәлләмов та бар. Тыумыштан мөмкинлеге сикләнгән сабыйға бөгөн «Мәрхәмәт»фондының белем биреү үҙегендә 33 тапҡыр шәхси күнекмәләрҙә шөғөлләнеүгә сертификат тапшырылды.

Фото №1 - #Бегупомогу хәйриә акцияһында ғәрип балаларға ярҙам итеү өсөн бер миллион һум аҡса йыйылған

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ