Нисек мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫкә?

Пирамиданы рәсми банктар хеҙмәтенән нисек айырырға? Пенсионерҙар өсөн финанс белем аҙналығы башланды. Был осорҙа хаҡлы ялдағылар аҡса менән эш итеү , вкладтар яһау һәм электрон хеҙмәттәр күрһәтеү сиситемалары менән таныша. Парта артына ултырған оло йәштәгеләрҙең тәүге дәрестәре хаҡында БЮТ каналының репортажында.

Әфиҙә Ғәлиева билдәһеҙ номерҙан шылтыратыусылар менән күп тапҡыр һөйләшкәне бар. Кемдер кредит тәҡдим иткән, бәғзеләр отошло финанс ойшмаға инергә өгөтләгән. Хатта улығыҙ бәләгә тарыны, аҡса күсереге, тип тә шылтыратыусылар булған. Ләкин бар осраҡта ла хаҡлы ялдағы ханым дөрөҫ яуап биргән. Ҡыҫҡаһы, яуап биреп тормаған, ә трубканы һалыуҙы хуп күргән. Финанс белем курстары үтеү мутлашыусыларҙы танып белергә ярҙам итә, ти Әфиҙә Ғәлиева.

Бөгөн ул әхирәттәре менән бергә тағы ла парта артында. Мутлашыусылар бер урында тормай, яңынан-яңы алдау юлы уйлап таба. Шуға белемде лә камиллаштырып тороу фарыз, ти ул. Икенсенән дәрестәр был осорҙа онлайн форматта уҙғарыла. Хәүефһеҙлек талаптарын үтәү, оло йәштәгеләр өсөн башҡа мөмкинлектәр ҙә аса.

Хәүефһеҙлек талаптарыа ярашлы акцияны онлайн ойоштороп ике ҡуян ҡойроғон тотабыҙ. Күп кенән хаҡлы ялдағыларға электрон сервистар, гаджеттар менән эш итеү ҙә ауыр бирелә. Был курстар әҙ генә булһа ла техника менән танышыу, виртуаль киңлектәрҙә күрһәтелгән дәүләт хеҙмәте менән файҙаланырға өйрәнеү мөмкинлеге.

Рөстәм Агишев, Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең Өфө ҡалаһы буйынса филиалы бүлеге етәксеһе урынбаҫары

Бәйләнештең икенсе осонда иһә банк хеҙмәткәрҙәре. Көндән-көн ҡатмарлаша барған иҡтисади тормошта дөрөҫ һуҡмаҡты һайларға был юлдарҙан ышаныслы атлаған белгестәр ярҙам итә.

Оло быуын вәкилдәре өсөн финанс белем акцияһы тотош ил күләмендә уҙғарыла. Онлайн курстарҙы социаль учреждениеларҙа ғына түгел, шәхсән үтергә лә мөмкин. Бының өсөн Пенсион ФГ. ру сайтында теркәлеп, курстар тематикаһын һайларға мөмкин. Хәйер, финанс белем хәҙерге тормошта йәштәргә лә ҡамасауламай. Улар өсөн дә был сервис асыҡ.

Фото №1 - Нисек мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫкә?

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ