Кисә юлаевсылар Череповецта «Северсталь» клубынан 1-2 иҫәбенә отолдо. Уйын башлыса юлаевсылар өҫтөнлөгө менән үтте. Әммә дәғүәселәрҙең ҡапҡа һаҡсыһы Константин Шостак яҡташтарыбыҙҙың бар тырышлығын юҡҡа сығара торҙо. Ә инде берҙән-бер шайбаны осрашыу аҙағында Теему Хартикайнен индерҙе.
Отолоуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан командаһы 14 мәрәй менән Көнсығыш конференцияла беренсе урында ҡалды. Иртәгә Томи Ламса дружинаһын тағы ла бер һынау көтә. Санкт Петербургта улар армеецтар менән осраша.




