Мәләүез ҡалаһы үҙәге федераль программа ярҙамында танымаҫлыҡ булып үҙгәргән

Мәләүез ҡалаһы үҙәге федераль программа ярҙамында танымаҫлыҡ булып үҙгәргән

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә төбәктәге ыңғай күренештәргә бәйле пост яҙған. Фотоларҙан күрененеүенсә, үҙгәрештәр ер менән күк араһы. Әйтәйек яр буйында Ленин урамынан алып Шлычков урамына тиклем йәйәүлеләр маршруты эшләнгән.

Һыу янына барыр өсөн ағас пирстар ҡуйылған. Төп майҙанда иһә амфитеатр һәм сәхнә майҙаны торасаҡ. Бында ҡаланың иң сағыу саралары үтәсәк. Шулай уҡ майҙан аша үҙенсәлекле мәҙәни объект һаналғанн «Сауҙагәр Баязитов йорто»на барып буласаҡ.

Проектты һайлаған ваҡытта Мәләүез халҡы әллә ни күп эштәр ҙә һорамаған. "Беҙҙең район үҙәктәре ошондай булырға һәм был нормаға әйләнергә тейеш. Беҙ шуға ынтылабыҙ", тигән Башҡортостан башлығы.

Фото №1 - Мәләүез ҡалаһы үҙәге федераль программа ярҙамында танымаҫлыҡ булып үҙгәргән
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ