Октябрьский ҡалаһынан 27 йәшлек Әлиә Миллер ҡунаҡханала аҡса урлауҙа ғәйепләнә. Шуға уны илдән сығармайҙар. Әлиә Миллер социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, улар яҡшы адвокат тапҡандар.
Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, Төркиәләге Башҡортостандың Конгресс-бюроһы вәкиле Марат Танһыҡҡужин ярҙамға килгән. Әлиә ғаиләһе менән Антальяла ял иткән. Отель вәкилдәре уны 800 доллар урлауҙа ғәйепләй. Шуға ул ғаиләһе менән һаман да Төркиәлә ҡалырға мәжбүр.




