Коронавирустан үлем осраҡтары рекорд ҡуя

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы статистикаһынан күренеүенсә, Башҡортостанда мәкерле сир уҙған тәүлектә йәнә 20 кешенең ғүмерен ҡыйған. Дөйөм алғанда үлемдәр һаны мең ярымға яҡынлай.

Бөгөнгә коронавирус йоҡтороуҙың 344 яңы осрағы асыҡланған, барлығы республикала 64 меңдән ашыу кеше зарарланған. Стационарҙарҙа әле 672 пациент дауалана, уларҙың биш тиҫтәнән ашыуы ауыр хәлдә, 13 кеше тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһына тоташтырылған.

Башҡортостанда халыҡты коронавирсҡа ҡаршы вакциналау ҙа дауам итә. Һуңғы тәүлек эсендә 7 мең ярым кеше прививка яһатҡан. Вакциналауҙы миллион йөҙ илле өс мең самаһы замандашыбыҙ тулыһынса тамамлаған. Башҡортостанға ковидҡа ҡаршы миллион ете йөҙ мең дозаға яҡын прививка килтерелгән.

Фото №1 - Коронавирустан үлем осраҡтары рекорд ҡуя
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ