Республикала тәүге тапҡыр кеше тауышын үҙгәртеү буйынса операция үтте

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы табиптары Мәскәү хирургтары менән берлектә операцияны оҫталыҡ дәресе булараҡ үткәрҙе. Әмәлиәтте Өфөлә яңаҡ-йөҙ хирургия буйынса Евразия конгресына йыйылған 700-ҙән ашыу табип экран аша ҡарап тәжрибә туплай алды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Операция өҫтәлендә 30 йәшлек ҡатын. Гормональ дарыуҙар эсеп тауыш тембры үҙгәргән пациент хирургтарға мөрәжәғәт итеп тауышын үҙгәртергә булған. Техник яҡтан ҡатмарлы әмәлиәт оҫталыҡ дәресе булараҡ ойошторолдо. Мәскәүҙән килгән белгестәр аҙ йәрәхәтле ысул менән операция үткәреп тәжрибә уртаҡлашты.

Лазер ярҙамында башҡарылған әмәлиәтте Мәскәү табиптары 15 тапҡыр үткәргән. Хирургия юлы менән тауышын үҙгәртергә теләүселәр араһында башлыса етәкселәр булыуы асыҡланған. Ҙур аудитория алдында сығыш яһап үҙ тауышы менән ҡәнәғәт булмаған шәхестәр, уның етди һәм ышаныслы яңғырашын ишетергә теләп табип ярҙамына мөрәжәғәт иткән.

Көньяҡ Корея һәм Америка Ҡушма штаттарында әмәлиәт күптән билдәле булһа, Рәсәйҙә тауыш тембрына операция яңы йүнәлештәрҙең береһе. Шуға ла табиптар операцияның уңышлы үтеүенә 100 процентлы гарантия бирә алмайбыҙ тип уртаҡлашты. 15 әмәлиәттең икәүһе пациенттар өсөн кире эҙемтәләр менән тамамланған. Уларҙың тауышы ҡарлығып көтөлгәнсә матур тембрға әйләнмәгән.

Был әмәлиәтте танауға матурлыҡ өсөн эшләнгән пластик операция менән сағыштырырға мөмкин. Медицина күҙлегенән әмәлиәт талап ителмәй, әммә шәхес өсөн йәмғиәттә мөһим күрһәткес. Яман шеш йәки башҡа етди сирҙәр менән ауырыған пациенттарға әмәлиәт үткәреү рөхсәт ителмәй, сөнки тамаҡ күҙәнәктәре зыян күреүе ихтимал.

Павел Пряников, Баш һәм муйын сирҙәрен дауалаусы белгестәр федерацияһы директоры /Мәскәү/

Оҫталыҡ дәресе форматындағы әмәлиәт Өфөлә үткән яңаҡ-йөҙ хирургияһы Евразия конгресында күрһәтелде. 700-ҙән ашыу табипты берләштергән сарала белгестәр ошо йүнәлештә булған асыштар, диагностика һәм һөҙөмтәле дауалау юлдары буйынса фекер алышты. Тәжрибә уртаҡлашыу өсөн ҡаралған майҙан тәүгеләрҙән булып Башҡортостан ерендә ойошторолдо.

Фото №1 - Республикала тәүге тапҡыр кеше тауышын үҙгәртеү буйынса операция үтте

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ