Өфө медицина колледжында янғын хәүефһеҙлеген тикшереү буйынса эвакуациялау күнекмәләре үтте

Дәрес ваҡытында тревога сигналы бирелеү менән уҡытыусылар эвакуация ойоштороуҙы башланы. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бинанан меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән ишетеү һәләте булмағандар ҙа сығарыды. Шулай уҡ шартлы рәүештә йәрәхәт алған студентты ҡотҡарыу буйынса саралар күрелде.

Тикшереүҙе ойоштороусы Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы белгестәре әйтеүенсә, уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәре күнекмәләрҙе бер ҡытыршылыҡһыҙ үтте. Күнекмә барышында колледждың запас сығыу урындары ла иғтибарға алынды. Бинала ундай урындар һигеҙ, уларҙың һәр ҡайһыһынан студенттарҙы сығарыу ойошторолдо.

Фото №1 - Өфө медицина колледжында янғын хәүефһеҙлеген тикшереү буйынса эвакуациялау күнекмәләре үтте

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ