Башҡортостанда «Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге аҙнаһы» үтә

Уның сиктәрендә балалар хәүефһеҙлеге мәсьәләһенә арналған саралар уҙа. Акция Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы менән Эске Эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса баш идаралығы тарафынан ойошторола. Теманың дауамы киләһе яҙмала.

Самат Зарипов автобус водителе. Уға көн һайын юл хәрәкәтен боҙоусы автоһәүәҫкәрҙәр, йәйәүлеләрҙе күрергә тура килә. Көсөргәнешле хәрәкәт ваҡытында айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк, ти ул. Ҡала юлдарында самокат, велосипед менән йөрөүселәр һаны ла арта. Күп балалы атай балаларҙың хәүефһеҙлеге тураһында хәстәрләп, кескәй улы менән «Ҡашҡаҙан» паркында уҙғарылған сарала ҡатнашты.

Кескәй йәйәүлеләр инспекторҙарҙың өгөт-нәсихәттәрен иғтибарлы тыңлай. Дүртенсе синыф уҡыусылары менән балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре транспортта үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре, юл билдәләрен, светофор төҫтәрен иҫкә төшөрә. Хәүефһеҙлектең мөһим яҡтары менән улар уйын аша танышты. Балаларға ата-әсәләре менән «өй-мәктәп-өй» маршруттарын ентекле итеп төҙөү кәрәклегенә иғтибар бүленде.

Шулай уҡ Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрәре “Добрая Дорога Дества” баҫмаһы менән берлектә ике интернет-челленджына старт бирҙе. Беренсеһе машинал балалар креслоһын ҡулланыуҙы популярлаштырыуға бәйле булһа, икенсеһе -йәйәүлеләр үткәүеленән үткән саҡта иғтибарлы булыуҙы иҫкәртә. Акцияға теләгән һәр кем ҡушыла ала. «Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге аҙнаһы» сиктәрендә республиканың мәғариф усаҡтарында саралар шәлкеме дауам итәсәк.

Юл-транспорт ваҡиғаларының күбеһенә тиҙлек режимын арттырыу сәбәпсе. Һуңғы 8 айҙа балалар ҡатнашлығында 333 юл-транспорт осрағы теркәлгән. Уларҙа 16 баланың ғүмере өҙөлә, тағы 371-е төрлө тән йәрәхәттәре алған. Һәләк булыусыларҙың 87 проценты 14 йәшкә тикемгеләр. Инспекторҙар юл-транспорт фажиғәһен булдырмау өсөн водителдәрҙе ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә саҡыра. Күңелһеҙ статистиканы кәметеүгә юлдағы һәр кеше үҙ өлөшөн индерә ала.

Фото №1 - Башҡортостанда «Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге аҙнаһы» үтә

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ