Властар экологияға ҡағылышлы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә халыҡҡа аныҡ мәғлүмәт еткерергә тейеш

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары республиканың экология кодексына үҙгәрештәр индерә. Юҡһа, күп кенә осраҡтарҙа халыҡ экологик һәләкәт тураһында хәбәрҙар түгел. Мәғлүмәт юҡлығы кеше ғүмеренә зыян килтереүе лә ихтимал.

Документҡа үҙгәрештәр индереү менән тәбиғәттең бысраныу осраҡтарын йәмғиәттән йәшереү, ялған хәбәрҙәр биреү кеүек етешһеҙлектәр булмаясаҡ, тип иҫәпләй депутаттар.

Алтынсы саҡырылыш депутаттарының 36-сы ултырышында экологияға ҡағылышлы башҡа закон проекттары ла ҡаралды. Атап әйткәндә халыҡ һайланыусылары балыҡсылыҡ өлкәһендә тәбиғәт ресурстарын файҙаланыуҙы көйләргә ниәтләнә.

Шулай уҡ туризм тармағында ла үҙгәрештәр көтөлә. Йәмғеһе дүрт тиҫтәнән ашыу закон проекты ҡаралды. Әйткәндәй, парламент ултырышы яңыртылған составта үтте. Депутаттар корпусында хәҙер өс яңы вәкил.

Фото №1 - Властар экологияға ҡағылышлы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә халыҡҡа аныҡ мәғлүмәт еткерергә тейеш

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ