Өфө дәүләт авиация техник университеты менән Башҡорт Дәүләт университеты Рәсәй мәғариф һәм фән министрлығы уҙғарған конкурста еңеп сыҡты . Федераль бюджеттан бүленгән гранттар интеллектуаль эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен һаҡлау һәм коммерциялаштырыу өлкәһендә белгестәр әҙерләүгә тәғәйенләнә.
Авиация университеты яҡынса .3 миллион һум, Башҡорт дәүләт университеты 2 миллион һум самаһы аҡса аласаҡ. Субсидия студент, аспирант һәм уҡытыусыларҙың тәжрибәһен камиллаштырыу өсөн тотонола. Конкусрҡа барлығы 75 ғариза ҡабул ителгән, 39 ВУЗ еңеүсе тип табылған.
Рафиҡ Әхмәтшин




