Фильм илдең 250 кинотеатрында күрһәтелергә тейеш. Күләмле сәфәр Мәскәү ҡалаһынан башланды. Мәскәү илебеҙҙең киноиндустрия үҙәге булараҡ та танылған.
Шуға ла ҙур экрандарға сығыу алдынан премьера тамашаһын тап Мәскәүҙә ойоштороу киносәнғәте вәкилдәре өсөн ифрат та әһәмиәтле. «Йыл ғаиләһе» «Асҡарфильм» һәм «Башҡортостан» дәүләт киностудияһының уртаҡ ижад емеше.
Мәскәүҙәге премьера алды тамаша Рәсәй Президенты эргәһендәге Башҡортостан вәкиллегенең ярҙамы менән ойошторолдо. Йыл ғаиләһе фильмы ҙур экранда күрһәтелгәндән тамашасы ижади төркөм менән осрашты. Күптәр фильм геройҙары менән фотоға төштө, уларҙан автографтар алды. Рәсәй киноиндустрияһы үҙәгендә Башҡортостанда төшөрөлгән фильм бик йылы ҡабул ителде.




