Салауат ҡалаһында йәшәгән Руслан Мусин социаль селтәрҙә Мәжит Ғафури урамындағы светофорҙың төҙөк булмауы, тик йәшел ут ҡына яныуына зарлана. “Инцидент-менеджмент” системаһы был мәғлүмәтте шунда уҡ теркәй һәм күп тә үтмәй мәсьәлә хәл ителә.
Йыш ҡына торбаларҙы ремонтлау өсөн юлдағы асфальтты аҡтарырға тура килә. Ленинград урамындағы 73-сө йорт янында ла шулай булған. Руслан Левощенко социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, торбаны ремонтлау барышында асфальтты ҡаҙып алғандар, әммә яңынан түшәргә онотҡандар.
“Август аҙағында ошо юл участкаһына асфальт түшәлде. Бындай эштәр мотлаҡ башҡарыла”, – тип билдәләгән Булат Садиҡов.
Денис Добрых йорт ҡыйығындағы конструкцияға ғтибар бүлеүҙе һораған. Һүҙ ҡар төшмәһен өсөн ҡуйылған урындар тураһында бара.
“Салауат ҡалаһының Гагарин урамындағы, 31а һанлы йорт ҡыйығындағы конструкция ысҡына ҡалһа, кешенеңөҫтөнә төшөүе ихтимал”, – тип хәүефләнә ул. “Инцидент-менеджмент” мәғлүмәтте шунда уҡ теркәгән. Проблема тиҙ арала хәл ителә - ҡулайлама ҡырҡып алына.
Ҡала тормошона битараф ҡала алмаған Ольга Шилкина ла социаль селтәрҙә мөрәжәғәт яҙа. Уның тәүге мәғлүмәте 7-се мәктәпкә ингән урындағы баҫҡысҡа ҡағыла.
“Мәктәптең ишеге, баҫҡыстары ҡот осҡос хәлдә”.
Мәсьәләне мәктәп хакимиәте контролгә ала, яңы уҡыу йылы башланыуға баҫҡыстар төҙөкләндерелә.
Икенсе ялыу – Матросов бульварындағы эскәмйәләр буйынса. Ольга Шилкина уларҙы төҙөкләндереүҙе һорай. Ҡала хужалығы идаралығы етәксеһе Булат Садиҡов әйтеүенсә, эскәмйәләр йүнәтелгән, 15 сентябргә уларҙы буяп ҡуйғандар.
Республика менән идара итеү үҙәге министрлыҡ түгел, тармаҡтар менән идара итмәй, аҡса бүлмәй. Ул координация үҙәге һәм Башҡортостанда йәшәүселәрҙең көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтә.
#Инцидент #ЦУР #Башкортостан







