Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, майлы культура 104 мең гектарҙа һуғып алынған. План 40 процентҡа үтәлде, ти белегстәр. гектар ҡеүәте 12 центнер самаһы. Дүртөйлөлә күрһәткестәр юғарыраҡ. Район буйынса гектарынан 25 центнер уңыш йыйыла. “Беҙ 670 гектар майҙанда көнбағыш сәстек. Ҡоролоҡ булыуға ҡарамаҫтан, мул уңыш алдыҡ”, - ти “Ленин” хужалығы баш агрономы Ришат Гәрәев.
Хужалыҡ киләһе йылда ла уңыш мул булһын өсөн хәстәрлек күрә. Әле 900 гектар майҙанда ужым культуралары сәселгән. Ришат Гәрәев дауам итә.
Республика хужалыҡтарында шулай уҡ етен, соя, гәрсис һәм рапс уралар. Майлы культуралар барлығы 355 мең гектар майҙанда сәселгән.




