Республикала 800 меңгә яҡын кеше киҙеүгә ҡаршы прививка яһатҡан

План буйынса был күрһәткес өс тапҡырға юғары булырға тейеш. Иммунитетын нығытырға теләүселәр яңыраҡ ҡына коронавирусҡа ҡаршы вакцинация үткән осраҡта, бер айҙан һуң ғына ҡабул ителә.

Балаларға килгәндә, тиҙҙән уларға ла гриптан профилактика сараһы ойоштороласаҡ. Ишембай районы Кинйәбулат ауылында прививка ҡаҙатырға теләүселәр күп. Фельдшер-акушерлыҡ пунктынан халыҡ өҙөлмәй. Айырыуса оло йәштәгеләр һаулыҡтары өсөн борсола.

Фото №1 - Республикала 800 меңгә яҡын кеше киҙеүгә ҡаршы прививка яһатҡан

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ