Был турала Хөкүмәт вице-премьеры Ирек Сәғитов белдерҙе. Бындай тәжрибә яңы йыл байрамдары ваҡытында үҙен аҡлағайны. Көндәр һыуытыу менән янғын хәүефе кинәт арта. Йыл башынан республикала сыҡҡан янғындарҙа 178 кеше һәләк булған.
Был былтырғы ошо уҡ осорға ҡарағанда 26 кешегә күберәк. Шуға күрә лә республикала йәшәүселәрҙең бәлә-ҡазаны иҫкәртеү өсөн алдан хәүефһеҙлек саралары күреүе һорала.
Гөлдәриә Йосопова







