Республиканың төп телеканалында «Ете егет» проекты

Телевизор ҡараусыларҙың һөйөүен яулаған тапшырыу йәкшәмбе көн эфирға сыға. Быйыл проекттың өсөнсө миҙгеле Белорет, Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында төшөрөлгән. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Һандыҡ эшләү кәсебе быуаттар төпкөлөнән беҙҙең көндәргә килеп еткән мауыҡтырғыс шөғөл. Егеттәрҙең аҫылын асыҡлаусы проектҡа ла серле ҡумта эшләү серҙәрен айырыуса йәм өҫтәне. Егеттәр боронғо шөғөлдөң үҙенсәлектәренә Әбйәлил районында төшөндө.

Проектта ҡатнашыусылар араһында балта оҫталығы ҡорамалдарын тәүгә тотҡан егеттәр ҙә юҡ түгел. Ике аҙна дауамында улар төрлө кәсептәрҙе үҙләштереп өлгөрҙө. Ат дағалау, йә иһә ситән үреү булһынмы – конкурсанттар һынауҙарҙы уңышлы үткән.

Программа Әбйәлилдән тыш, Белорет һәм Баймаҡ районы оҫтаханаларында төшөрөлгән. Оҫталар араһында боронғо шөғөлдө үҙләштереп, эшҡыуарлыҡ кимәленә күтәргәндәре лә бар. Юҡҡа ғынамы ни халыҡ кәсептәренең һәр ҡайһыһы брендҡа торошло!

«Ете егет» проектының өсөнсө миҙгеле алдағы йәкшәмбе башлана. Беренсе эфир 26 сентябрь көндөҙгө сәғәт беренсе яртыға билдәләнгән.

Фото №1 - Республиканың төп телеканалында «Ете егет» проекты

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ