Бөтә Рәсәй ПРОФ- IT форумында "Идара итеү ҡарарҙары өсөн инфраструктура" темаһына фекер алышыу булды. "Төбәктәр диалогы" коммерция булмаған ойошмаһы етәксеһе Кирилл Истомин белдереүенсә, Башҡортостан менән идара итеү үҙәге ҙур мәғлүмәттәр менән эш алып бара. Шуға эште автоматлаштырыу үтә көнүҙәк булып ҡала. "Анализ барышында нейроселтәр ҡулланыу ваҡытты экономиялау мөмкинлеге бирә. Төп маҡсат - кешеләр өсөн дәүләткә һәр төрлө һорауҙар биреү һәм яуап алыу мөмкинлеге булдырыу", - тип белдерҙе ул.







