Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың тәүлек күрһәткесе 400-гә яҡынлаша

Пандемия башланған көндән хәүефле сир, яҡынса 65 мең осраҡта раҫланған. Коронавирус бөгөнгә йәнә 20 кешенең ғүмерен ҡыйғын. Дөйөм үлем һандары мең ярымды ашып китте. Дауаханаларҙа әле 685 пациент дауалана, уларҙың-41 ауыр хәлдә. Тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһында 10 кеше.

Коллектив иммунитет булдырыу саралары ла тынмай. Һуңғы тәүлектә 14 меңдән ашыу кеше вакциналанған. Коронавирусҡа ҡаршы прививкалауҙы тулыһынса тамамлаусылар миллион 162 меңгә яҡынлай. Башҡортостанға килтерелгән вакцина дозаһы миллион ете йөҙ мең самаһы.

Фото №1 - Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың тәүлек күрһәткесе 400-гә яҡынлаша
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ