Медицинаны һайлаған йәштәргә махсус дәртләндереү стипендиялары тапшырылды.
Был программа 1998 йылдан бирле эшләй. Ошо ваҡыт эсендә 500 -ҙән ашыу профзоюз активисының эшмәкәрлеге исемле стипендиялар менән баһаланған.
Профсоюздар йортонда үткән «Профсоюз стипендианты көнө» семинарында Башҡорт дәүләт медицина университетынан 22 һәм урта медицина өлкәһендә белем биреүсе учреждениеларҙың 9 студенты ошондай стипендияларға эйә булды.
Бынан тыш, профсоюз ойошмаһы 100-ҙән ашу студентты «Студент-медиктар коронавирусҡа ҡаршы» миҙалы менән бүләкләгән. 2021 йылда ғына 1049 аспирант һәм студент республика КОВИД-госпиталдәренә эшкә урынлаштырылған.
194 студент Рәсәй төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә медицина бригадалары составында коронавирусҡа ҡаршы көрәштә ярҙам иткән. Ярайһы тәжрибә туплаған, эшкә ашҡынып торған йәштәр өлкән быуын табиптарына лайыҡлы алмаш булыр тип көтәлә.
Гүзәл Борханова




