Баймаҡ районы дауаханалары йәш табиптар менән тулыланды

Белгестәр эшкә ҡайта. Баймаҡ районы дауаханалары йәш табиптар менән тулыланды. Эҙмә-эҙлекле алып барылған эш һөҙөмтәһендә кадрҙарға ҡытлыҡ мәсьәләһен хәл итергә мөмкинлек бирә. Ентекләберәк киләһе яҙмала.

Нурия Хисмәтуллина Беренсе Этҡол ауылынан. Медицина университетын тамамлап, ҡулына диплом алғандан һуң баш ҡалала эшкә ҡалыу мөмкинселеге булһала тыуған районына эшкә ҡайтырға ҡарар итә. Бөгөн ул – бишенсе участка терапевты.

Йәш белгестәр араһында психотерапевта бар. Табип һөнәре Руслан Бәхтийәровҡа бәләкәйҙән яҡшы таныш, сөнки уның ата-әсәһе лә ошо һөнәр эйәләре. Руслан бынан бер ай элек ҙур теләк һәм дәрт менән эш башлаған.

Табип һөнәре тәүәкәллекте талап итә. Еңел булмаған осорҙа әле генә эш башлаған йәш белгестәргә был ҙур һынау булып тора. Үҙ районына ҡайтҡан белгестәргә Гиппократ антына тоғро ҡалып, халыҡ ышанысын яулауҙарын теләйбеҙ.

Фото №1 - Баймаҡ районы дауаханалары йәш табиптар менән тулыланды

Раушания Рәхимова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ