Өс көн дауамында барған мәҙәни сара билдәле яҡташыбыҙ Сергей Аксаковтың тыуыуына 230 йыл тулыуға арналды. Өфө, Бәләбәй һәм Ҡырмыҫҡалы райондарынан тыш, төп сара баш ҡала майҙандарында үтте.
Рус яҙыусыһы исемен йөрөткән аллея, мәҙәниәт һәм ял паркында ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары иғтибарына кәсепселәрҙең сувенир продукциялары тәҡдим ителһә, ә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында байрам концерты күрһәтелде. Тамаша әҙиптең әҫәрҙәре нигеҙендә әҙерләнеп сәхнәләштерелде.
Йола буйынса Халыҡ-ара Аксаков байрамы әҙәби премия тапшырыу менән тамамланды. Абруйлы дәүләт наградаһына был юлы кинодраматург, прозаик Александр Сеген лайыҡ булды.
Азат Ғәлиуллин




