Ишембай районында халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың юбилей саралары уҙҙы

Ишембай районының Ҡолғона ауылы мәктәбенә Салауат Юлаев премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың исеме бирелде. Тыуған ауылында әҙиптең 90 йәшлек юбилейына арналған саралар уҙҙы. Ноғман Сөләймән улы белем усағы янында уҡыусылар менән бергә ағастар ултыртты. Юбилей кисәләре Ҡолғонала һәм Ишембай ҡалаһында уҙҙы.

Ғүмер буйы урман проблемалары өсөн ҡәләм менән көрәшкән яҙыусыға изге эштә көрәк тотоп ҡатнашырға тура килде. Юҡ, әлбиттә, ауылда үҫкән кешегә ят ғәмәл түгел. Был миләш үҫентеләре тиҫтә йылдан ошондай көҙ көнөндә ҡып-ҡыҙыл емештәргә күмелер. Ҡолғона мәктәбе участкаһында Ноғман исемендәге аллеяға нигеҙ һалынды.

Бөтә донъя фашист илбаҫарҙары менән көрәшкән мәлдә Ноғман Мусин үҙен уратып алған уҡыусылар йәшендә булған. Бала сағын һуғыш урлаған егет аң-белемгә ынтылған. Халыҡ яҙыусыһының туған мәктәбе хәҙер уның исемен йөрөтәсәк. Ҡолғона урта дөйөм белем биреү мәктәбенә Ноғман Мусин исеме бирелде.

«Зәңгәр тауҙа аҡ болан», «Мәңгелек урман», «Таң менән сыҡ юлдарға» һәм башҡа күп романдары , повестары һәм хикәйәләренең протатиптары - ауыл кешеләре, замандаштары. Уҙған быуат урталарында уҡ әҫәрҙәрендә тәүләп ул күтәргән проблемалы темалар бөгөн дә көнүҙәк.

Халыҡ араһында ул яҙыусы булараҡ танылһа, балта оҫтаһы, умартасы, һунарсы ла икән әле. Был һөнәрҙәре тураһында әҙиптең йорт-музейындағы эш ҡоралдары һөйләй.

Кеше бер ҡасан да уҡып бөтөлмәгән китап һымаҡ. 90 йәшлек яҙыусының да асылмаған яҡтары бар икән. Тап шулар хаҡында билдәле журналист Гәүһәр Батталова документаль фильм төшөргән. 50 минутлыҡ картина премьераһы Ҡолғонала үтте. Үҙе хаҡындағы ижади эште Ноғман Сөләймән улы иң тәүҙә ауылдаштарына күрһәтергә теләк белдергән.

Ҡолғона ауылының социаль-мәҙәни үҙәгендә юбилярҙы яҡындары, әҙәбиәт әһелдәре һәм танылған шәхестәр ҡотланы. Әйтергә кәрәк, заманса бинаны һалдырыуҙа Ноғман Мусиндың тырышлығы ла булған. Шулай уҡ башҡорт тайгаһындағы ауылға юл төҙөтөүҙә лә уның үткер һүҙе бар.

Фото №1 - Ишембай районында халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың юбилей саралары уҙҙы

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ