Республикала күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы саралар кәметелә

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сараларҙы уҙғармай торорға ҡушты. Был ҡатмарлы эпидемиология хәленә бәйле.

Республикала күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы саралар кәметелә

Республика Спорт министры Руслан Хәбибов белдереүенсә, бөгөн Башҡортостанда рәсми спорт саралары ғына үткәрелә. Улар календарға индерелгән. Тамашасылар турнирҙарға саҡырылмай. Бындай сикләүҙәр “Салауат Юлаев”, “Өфө” һәм “Урал” командаларына ҡағылмай. Ошо клуб етәкселәре коронавирус менән көрәш буйынса оператив штабҡа тамашасылар залын 50 процентҡа тултырыуҙы һорап, мөрәжәғәт иткән. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, мәҙәни саралар календарь һәм гастроль пландарына ярашлы уҙғарыла. Тамашасылар мәҙәниәт учреждениеларына ПЦР-тест йәки прививка тураһындағы сертификат менән индерелә.

Фото №1 - Республикала күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы саралар кәметелә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ