“Орлан” тиҙ йөрөшлө поезы юлға сыҡты

Өфө – Ырымбур араһы яҡыная. Бөгөн республика өсөн мөһим ваҡиға - “Өфө-Ырымбур” тимер юл маршруты асылды. Баш ҡалабыҙҙан өлкәгә тиҙ йөрөшлө “Орлан” поезы юлға сыҡты. Тәүге рейс менән "Юлдаш" радиоһы хеҙмәткәрҙәре, "Теге өсәү" проекты егеттәре лә сәфәргә юлланды. Хәбәрсебеҙ Айбулат Сәсәнбаев.

“Орлан” тиҙ йөрөшлө поезы юлға сыҡты

Яңы тиҙ йөрөшлө маршрутҡа старт бөгөн Өфөлә "Урал транспорты" форумында бирелде. Республика башлығы  Радий  Хәбиров  белдереүенсә, ике  ҡала  араһында  11 йыл тимер юл  бәйләнеше булманы.  Яңы маршрут халыҡҡа  тиҙ һәм уңайлы йөрөргә  мөмкинлек бирә. Бизнес үҫешенә этәргес була, тине Радий Хәбиров.

Фото №1 - “Орлан” тиҙ йөрөшлө поезы юлға сыҡты
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ