Башҡортостанда коронавирус арҡаһында мәктәптәр ябыла

Республикала 279 мәктәп карантинға ябылған, 730 тәрбиә һәм белем усағында коронавирус осраҡтары асыҡланған. Балалар араһында коронавирус йоҡтороусылар арта. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың баш санитар табибы Анна Казак белдерҙе

Башҡортостанда коронавирус арҡаһында мәктәптәр ябыла

Үткән тәүлектә республикала 374 кешелә коронавирус инфекцияһы раҫланған, 20 кеше вафат булған. Амбулатор шарттарҙа - 6 мең 752, стационарҙа – 675 кеше дауалана. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 1 миллион 759 дана вакцина килтерелгән. 1 миллион 160 мең кеше препараттың ике компонентын да яһатҡан. Башҡортостанда 203 вакциналау пункты булдырылған.

Фото №1 - Башҡортостанда  коронавирус арҡаһында  мәктәптәр ябыла
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ