Рәсәйҙең алты ҡалаһы 2036 йылдағы Уйындар хужаһын билдәләү буйынса конкурста ҡатнашырға әҙерлеген белдергән. Улар: Дондағы Ростов, Владивосток, Пермь, Новосибирск, Сочи һәм Өфө. Быға тиклем ил президенты Владимир Путин Рәсәйҙә Йәйге Олимпия уйындарын ҡабул итеү мөмкинлеге тураһында белдерҙе.




