Өфөлә 200-ҙән ашыу күп фатирлы йортҡа йылы бирелмәгән. Баш ҡала мэры Сергей Греков белдереүенсә, күптәр фатирҙарҙы йылыта башлауҙы 1 октябргә тиклем кисектереп тороуҙы һораған. Уларҙың был турала ғаризаһы бар.
Баш ҡалала йәшәүселәр йылытыу миҙгеленә ҡағылышлы һорауҙар буйынса оператив штабҡа әүҙем шылтырата. Сергей Греков дауам итә.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала күп фатирлы йорттарҙың 98,5 проценты үҙәк ҡаҙанлыҡҡа тоташтырылған.







