Башҡортостанда 2 мең самаһы балалар баҡсаһы иҫәпләнә. Уларҙа 20 меңгә яҡын хеҙмәткәр эшләй. Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын яҡшы кәйефтә ҡаршылай һәм тәрбиәсе һөнәренең үҙенсәлектәре менән уртаҡлаша.
Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәрбиәселәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотланы.







