Республикала газ үткәреү программаһы ғәмәлгә ашырыла

Башҡортостанда  2025 йылға тиклем  200 мең йортҡа бушлай  газ үткәрелә. Был турала Республика башлығы Радий Хәбиров  социаль селтәрҙә яҙа. Беҙҙең республика 83,6 процентҡа газ менән тәьмин ителгән. Был яҡшы күрһәткес. Газ булған ауылдарҙа ла торбалар үтмәгән йорттар бар. Сөнки хаҡы 150-200 мең һумға барып баҫа. Быйыл Президент ҡушыуы буйынса илдә газ үткәреү программаһы ғәмәлгә ашырыла башланы. Уға ярашлы, шәхси биләмә сигенә тиклем торбалар бушлай һуҙыла , тип яҙа Радий Хәбиров.

Фото №1 - Республикала  газ үткәреү программаһы  ғәмәлгә ашырыла
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ