Башҡортостанда коронавирус күрһәткестәре юғарыға үрмәләй

Һуңғы тәүлектә хәүефле сирҙең 370-тән ашыу яңы осрағы теркәлгән. Ковид йоҡторусыларҙың дөйөм һаны 66 меңгә яҡынлай. Сир йәнә 20 кешенең ғүмерен ҡыйған. Ковид ҡорбандарының дөйөм һаны мең ярымды ашып китте. Дауахана шарттарында әле 675 пациент дауалана, уларҙың 35 ауыр хәлдә. Тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһында 9 кеше.

Коллектив иммунитет булдырыу буйынса ла эшмәкәрлек тынмай. Башҡортостанға килтерелгән вакцина дозаһы миллион ете йөҙ 60 мең самаһы. Һуңғы тәүлектә меңдән ашыу кеше привика эшләткән. Вакциналауҙы тулыһынса тамамлаусылар миллион 164 меңгә яҡынлай.

Фото №1 - Башҡортостанда коронавирус күрһәткестәре юғарыға үрмәләй
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ