Бөгөндән Башҡортостанда күмәк кеше ҡатнашлығындағы саралар кәметелә

Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров ошондай тәҡдим индерҙе. Уның билдәләүенсә, ҡабул ителгән ҡарар төбәктә коронавирусҡа бәйле хәлдең киҫкенләшеүенә бәйле. Сиргә ҡаршы көрәште әүҙемләштереү өсөн республикала өҫтәмә рәүештә ковид-госпиталдәр асылған. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов әҙерләгән репортажда.

Сабыйҙың ауыр тын алышын иғтибар менән табиптар тыңлай. Реанимацияла ятҡан өс айлыҡ ҡыҙҙың үпкәһе 25 процентҡа шешкән. Әсә кеше үҙе лә коронавирус менән ауырый. Шундай ауыр ваҡытта бәләкәй ҡыҙ инә һөтөнән мәхрүм ҡалған.

Өфөләге 22-се дауахана уҙған аҙнала ғына ковид-госпиталь булараҡ эш башлаған. Коронавирус менән ауырыусылар шул тиклем күп, табиптар хатта иҫәпте юғалтҡан. Бындай хәл республиканың башҡа төбәктәрендә лә күҙәтелә. Шуға дауаханаларҙа урындар һанын арттырырға ҡарар ителгән. Хәлдең ҡатмарлашыуын иҫәпкә алып, Радий Хәбиров республикала битлек режимын көсәйтергә ҡушты. Был тәү сиратта сауҙа нөктәләренә һәм йәмәғәт транспортына ҡағыла. Бынан тыш, төбәктә мөмкин тиклем күмәк кешеләр ҡатнашҡан сараларҙы кәметеү бурысы ҡуйылды.

Әле республикала календарға индерелгән рәсми спорт саралары ғына үткәрелә. Спортсылар буш залдарҙа сығыш яһай. Әммә был сикләү профессиональ командаларға ҡағылмай. Шулай уҡ мәҙәни саралар ҙа календарь һәм гастроль планына ярашлы бара. Концерт һәм театрҙарға ПЦР-тестар һәм прививка тураһындағы сертификат менән генә инергә ярай.

Бөгөнгә республиканың 730 белем биреү ойошмаһында яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыу осраҡтары асыҡланған. Биштән артыҡ кеше сирләгән кластарҙа карантин индерелә. Әле 279 мәктәптә ошондай сикләү сараһы ғәмәлдә ҡала. Бынан тыш, һуңғы аҙнала Ковидҡа ҡаршы колл-үҙәккә мөрәжәғәт итеүселәр артҡан.

Көндәр һыуытыу менән республикала йылылыҡ системаһына ҡағылышлы һорауҙар ҙа күбәйгән. Өфөләге колл-үҙәк операторҙары бер нисә көн эсендә генә мең ярым самаһы шылтыратыу ҡабул иткән. 8(347) 277-09-11. Яуаплы кешеләр дәғүә белдереүселәр менән тиҙ арала бәйләнешкә инеп, проблеманы асыҡларға һәм етешһеҙлектәрҙе иҫкәртергә бурыслы.

Социаль объекттарға килгәндә, бөгөн уларҙың 99 проценты йылылыҡҡа тоташтырылған.

Ҡалған 29 учреждение менән проблема яҡын көндәрҙә хәл ителә. Радий Хәбиров торлаҡ фонды объекттарын артабан да даими контролдә тоторға ҡушты. Шул саҡта ғына торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртә алырбыҙ, ти республика етәксеһе.

Фото №1 - Бөгөндән Башҡортостанда күмәк кеше ҡатнашлығындағы саралар кәметелә

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ