Берҙәм дәүләт мөлкәт реестрына хәҙер дәүләт ер күҙәтеүе тикшереүҙәре һөҙәмтәләре буйынса мәғлүмәт тә индерелә башлай. Документта шулай уҡ участкалағы етешһеҙлектәр, нормативтарҙы боҙоуҙар ҙа сағылыш табасаҡ. Был үҙ сиратында ерҙе теркәү, һатыу менән бәйле эштәрҙе ҡатмарлаштырыуы, кредит йә ипотека алғанда кәртә булыуы ихтимал.
Контроль-күҙәтеү һөҙөмтәләре ткшереү уҙғарылған бөтә участкалар буйынса ла индереләсәк. Белгестәр фекеренсә, был ер тураһындағы законды һәм нормативтарҙы теүәл үтәүгә булышлыҡ итәсәк. Етешһеҙлектәр асыҡланған осраҡта уларҙы бөтөрөү талап ителәсәк.
Рәмзиә Кәримова







