Өфө-Ырымбур маршруты буйынса йөрөйәсәк «Орлан» поезы тәүге рейсҡа сыҡты

Заманса өс вагондан торған поезды тәүге сәфәргә тимер юл станцияһы хеҙмәткәрҙәре тантаналы шарттарҙа оҙатты. Өфөнән Ырымбурға 6 сәғәт эсендә барып етәсәк рейстың хәрәкәте «Урал транспорты» форумында видеобәйләнеш аша күрһәтелде. «Орлан» поезы менән сәфәргә «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәрҙәре лә сыҡты. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Өфө-Ырымбур поезына билет һатып алыусы Рифҡәт Хәйретдиновҡа тарихи маршруттың беренсе пассажиры булыу бәхете йылмайҙы. 11 йыл элек туҡтатылған рейс йәнә тергеҙелеп Өфө станцияһынан алыҫ сәфәргә юлланды.

Өс вагондан торған яңы поезда Ырымбурға тиклем билетр хаҡы 866 һумға төшә. Экспресс поезд ваҡыт күҙлегенән бик отошло - Өфөнән Ырымбурға 6 сәғәттә барып етергә мөмкин була. Заманса вагондарҙа пассажирҙар өсөн бөтә уңайлыҡтар ҡаралған.

«Орлан»дың тәүге рейсы менән «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәрҙәре сәфәргә сыҡты. Ижади төркөм Ырымбурҙан күсмә студиянан сығыш яһарға әҙерләнә. «Каруанһарай»ҙың 175 йыллығына арналған тапшырыуҙарҙы 28 сентябрь иртәнге эфирҙа тыңларға була.

Йыр-моң, «Теге өсәү» проектына хас күтәренке кәйеф бүләк иткән радиотапшырыу күсмә форматта тәүге тапҡыр ойоштороласаҡ. «Юлдаш» радиоһы өсөн дә «Орлан» поезының беренсе рейсы иҫтәлекле ваҡиға.

Өфө-Ырымбур поезы хәрәкәте «Урал транспорты» форумында видеобәйләнеш аша күрһәтелде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән сарала «Орлан» поезы тантаналы шарттарҙа тәүге сәфәргә юлланды.

Фото №1 - Өфө-Ырымбур маршруты буйынса йөрөйәсәк «Орлан» поезы тәүге рейсҡа сыҡты

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ