Ғаризаларҙы 18 октябргә тиклем тапшырырға мөмкин. Был турала Өфөлә уҙған «Рәсәйҙе ғаилә менән яңынан асабыҙ» фестивалендә белдерелде.
Баш ҡаланың «Арт квадрат» үҙәгендә үткәрелгән сара Рус география йәмғиәте тарафынан әҙерләнгән. Ул Бөтә донъя туризм көнөнә арнала. Фестиваль сиктәрендә туризм үҫеше буйынса күргәҙмәләр, Башҡортостан тарихы буйынса квестар ойошторолған.
Майҙанда шифаханалар, ял йорттары тәҡдим иткән программалар, республикалағы туризм маршруттары һәм сувенир продукцияһы менән танышырға була. Ошонда уҡ тармаҡты үҫтереүгә арналған кәңәшмә лә уҙҙы.
Унда билдәләнеүенсә, Башҡортостан шифаханалары уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса иң алдынғы урынды биләгән. Республикаға килгән туристар һаны ла ике тапҡырға тиерлек артҡан, киләсәктә был күрһәткесте тағы яҡшыртыу күҙаллана.
Башҡортостанда әле туризм үҫеше буйынса концепция тормошҡа ашырыла. Яңы турист маршруттары барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, республика буйлап велосипедтарҙа сәйәхәт итеү туры әҙерләнгән.
Киләсәктә ошо тармаҡта эшләгәндәргә 5 миллион һумға тиклем гранттар бүлеү ҙә ҡаралған. Белгестәр фекеренсә, концепцияны тормошҡа ашырыу республикаға килгән туристар иҫәбен 5 миллионға тиклем еткерергә булышлыҡ итәсәк.
Рәмзиә Кәримова




